Меню

Фильтр

Район

Сфера

Тип

Көн фильтр

дү ши ша ке йо шә йә
27 28 29 30 1 2 3
4 5 6 7 8 9 10
11 12 13 14 15 16 17
18 19 20 21 22 23 24
25 26 27 28 29 30 31

Яңылыҡтар


Орджоникидзе районы “Башҡорттары Ҡоролтайы” йыйылышы үтте. Бында үҙ халҡының тарихына, киләсәгенә битараф булмаған 40-тан ашыу кеше ҡатнашты. Йыйылышты 48-се Башҡорт лицейының һәләтле балалары асты. Уларҙың дәртле йырҙары, ялҡынлы шиғырҙары, моңло итеп ҡурайҙа уйнауҙары йыйылышҡа йәм өҫтәне. 

 


14 декабрҙә Өфөнөң 9-сы мәктәбендә Мифтахетдин Аҡмулла ижадына арналған асыҡ дәрестәр үтте. Уҡыусылар Аҡмулланың биографияһына байҡау яһанылар, шиғырҙарын яттан һөйләнеләр, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән видеояҙма ҡаранылар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йөкмәткеле асыҡ дәрестәр һәм кластан тыш саралар әҙерләп үткәрҙе.


14 декабрҙә Орджоникидзе районы мәктәптәрендә халҡыбыҙҙың бөйөк мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла ижадына арналған саралар үтә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йөкмәткеле асыҡ дәрестәр һәм кластан тыш саралар үткәрҙеләр. 


Өфө ҡалаһы Киров районы Коммуналь хужалыҡ идаралығы ҡарамағына юлдар, ихаталар һәм йорттар, парктар, тыҡрыҡтар ҡарауын, ә ихаталар, йорттар үҙҙәре, ихаталарҙан сығыу юлдары - Өфө ҡалаһы Киров районы Торлаҡ хужалығы идараһы ҡарамағында булыуын иҫкә төшөрәбеҙ.


Октябрь районының төп шыршыһы Спорт һарайы ҡарышыһындағы майҙанда урынлашҡан. 


Бөгөн, йәғни, 12 декабрь, сәғәт 12-лә, Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының Драматургия һәм театр сәнғәте музей-кабинетында “Минең телем – дуҫлыҡ теле” девизы менән флешмоб башланып китте. Тәнәфес ваҡытында башҡортса яңғыраған йырҙар, ҡурай моңо байрам кәйефе өҫтәне.


“Сәләм” балалар һәм үҫмерҙәр үҙәге 30-сы һанлы мәктәп-интернатта физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн хәйриә акцияһын ойошторҙо. Был мәктәптә насар ишеткән балалар уҡый. 


Райондағы төҙөкләндереү буйынса муниципаль бюджет учреждениеһы Яңы йыл ҡаласыҡтарын эшләү өсөн боҙ әҙерләү эштәрен башланы. 


Өфө ҡалаһы ҡала округы Киров районының 34-се мәктәбендә 12 декабрҙә башҡорт теле дәрестәрендә «Тел – халыҡ күңеле» тигән тема аҫтында туған телгә арналған дәрестәр үтте.


Һәр кесе йома, көндөҙгө сәғәт икенән өскә тиклем Октябрь районы хакимиәтендә эшҡыуарҙарҙы ҡабул итәсәктәр. 


Киров районында балалар һәм ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү бүлексәһендә «Әйберҙәр банкы» эшләй. Кешеләр кәрәкмәгән әйберҙәрҙе хәҙер махсус «банкка» индерә ала.

 


Территорияларҙы өлгөлө тотоу һәм төҙөкләндереү – Киров районы комуналь хеҙмәткәрҙәренең төп хәстәре. Баш ҡала магистралдәренең ышаныслы һәм хәүефһеҙ үтерлеген тәьмин итеү, урамдарҙы таҙартыу райондың МБОУ СиБ эшмәкәрлегенең приоритет йүнәлештәре.

 


“Биктырыш” балалар техник ижады үҙәге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының профессорҙар һәм уҡытыусылар составы менән берлектә ХXI фәнни-ғәмәли конференция ойошторҙо. “Киләсәккә ҡараш” тип аталған сарала Октябрь районы уҡыусыларының фәнни йәмғиәте ҡатнашты 


9, 10 декабрь Өфө ҡалаһы ҡала округы Киров районында ауыл хужалығы йәрминкәһенә саҡырабыҙ: Рабкорҙар урамы, 5 йорт янында

 


Үҙәк ҡала китапханаһында Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө ойоштородо. 


“Көнүҙәк һорау” проекты сиктәрендә Октябрь районы хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге башлығы Рөстәм Хәбибрахманов районда алып барылған төҙөлөш эштәре, сафҡа индерелгән объекттар тураһында һөйләп үтте.


Төп байрамдарыбыҙҙың береһе – Яңы йыл яҡынлаша. Быуаттар буйы һаҡланып килгән Яңы йылдың төп биҙәге булып әлбиттә шыршы ҡала.


Үткән ял көндәрендә Рабкорҙар урамы, 5 йорт янында ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте.

Унда сауҙа итер өсөн республиканың төрлө райондарынан етештереүселәр йыйылды. Атап әйткәндә, Нуриман, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлебаш, Шишмә, Саҡмағош һәм Өфө райондарында эшләгән хужалыҡтар ит, йәшелсә-емеш, бал тәҡдим итте.


Башҡортостанда инклюзив арт-майҙансыҡ ойошторолдо. Ул Өфөлә республика һуҡырҙар өсөн махсус китапханала асылды. Бында ағастан һырлап биҙәлгән, сәйлән йәки башҡа тәбиғи материалдарҙан яһалған эштәр менән танышырға мөмкин.


Ошо көндәрҙә 299, 55, 310, 332, 28, 309, 291, 248, 254, 121, 238, 163, 38, 113, 111, 218, 114, 257, 34, 130, 208 һанлы балалар баҡсалары “Сүп-сарҙы бала бәхетенә әүерелдерәбеҙ!” тип аталған акцияға ҡушылды.