Меню

Фильтр

Район

Сфера

Тип

Көн фильтр

дү ши ша ке йо шә йә
28 29 30 31 1 2 3
4 5 6 7 8 9 10
11 12 13 14 15 16 17
18 19 20 21 22 23 24
25 26 27 28 29 30 1

Өфөлә санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы иғлан ителде

Date: 13.09.2017
Author: БР Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы - матбуғат хеҙмәте
Show count:  85

Санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы баш ҡалала 14 сентябрҙән 22 октябргә тиклем үткәрелә. Уның сиктәрендә ҡаланың бөтә райондарында ла  аҙна һайын “санитар йомалар” ойошторола. “Санитар йомаларҙа” предприятиелар, коммуналь-торлаҡ хужалығы хеҙмәткәрҙәре генә түгел, ҡала халҡы ла әүҙем ҡатнаша. Иртәгә, 15 сентябрҙә, Совет районы эшсәндәре биләмәләр таҙартыуға беренселәрҙән булып ҡушыла.

Айлыҡ сиктәрендә ҡалала юлдарҙы, урамдарҙы төҙөкләндереү, парктарҙы, яр буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса эштәр ойоштороласаҡ.

Ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре Өфө халҡын, предприятие, учреждение һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәрен, ҡаланы таҙартыу буйынса айлыҡта дәррәү ҡатнашырға, үҙ биләмәләрен таҙалыҡта һәм тәртиптә тоторға өндәй.





(no votes)