Меню

Фильтр

Район

Сфера

Тип

Көн фильтр

дү ши ша ке йо шә йә
25 26 27 28 29 30 1
2 3 4 5 6 7 8
9 10 11 12 13 14 15
16 17 18 19 20 21 22
23 24 25 26 27 28 29
30 31 1 2 3 4 5

Ирек Ялалов етем балаларға яңы фатир асҡыстары тапшырҙы

Date: 29.09.2017
Author: БР Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы - матбуғат хеҙмәте
Show count:  60

Өфөлә “Мегаполис. Баласаҡ биләмәһе” халыҡ-ара форумы сиктәрендә етем һәм ата-әсә ҡарамағынан ҡалған балаларға фатир асҡыстары тапшырыу тантанаһы үтте.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡала балалар йорттарының 19 тәрбиәләнеүсеһенә Кузнецов затонында урынлашҡан яңы фатирҙарҙан асҡыстар тапшырҙы.

- Йыл аҙағына тиклем 150-нән ашыу балаға фатир асҡыстары бирәсәкбеҙ. Әлбиттә, етемдәр аҙыраҡ булһа ине. Был бик ауыр социаль мәсьәлә, әммә күмәкләп беҙ уны хәл итергә тырышабыҙ, - тине Ирек Ялалов.

Әйткәндәй, 2017 йылдың беренсе кварталында ғына 53 бала торлаҡ менән тәьмин ителгән. 

 





(votes: 1, rating: 5)