Меню

Фильтр

Район

Сфера

Тип

Көн фильтр

дү ши ша ке йо шә йә
25 26 27 28 29 30 1
2 3 4 5 6 7 8
9 10 11 12 13 14 15
16 17 18 19 20 21 22
23 24 25 26 27 28 29
30 31 1 2 3 4 5

Өфөлә “Имән ҡала” фонды булдырылды

Date: 29.09.2017
Author: БР Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы - матбуғат хеҙмәте
Show count:  72

Фонд тарихи мираҫ объекттарын һаҡлау һәм тергеҙеүгә булышлыҡ итергә тейеш.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә мәҙәни мираҫ һәм архитектура ҡомартҡыларын һаҡлап алып ҡалыу буйынса ижтимағи советының сираттағы ултырышы үтте. Уның эшендә ҡала хакимиәте башлығы, ижтимағи совет рәйесе Ирек Ялалов, ведомстволар, төҙөлөш, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, архитекторҙар, крайҙы өйрәнеүселәр, журналистар ҡатнашты.

Ултырыш барышында  Ирек Ялалов яңы ойошторолған “Имән ҡала” фонды етәкселәре менән таныштырҙы. Улар – күҙәтеү советы рәйесе Сергей Веремеенко һәм генераль директоры Илдус Әҙеһәмов.

- Бер нисә ай элек улар, минең үтенесем буйынса, дини объекттарҙы, иң тәү сиратта, әлбиттә, Комсомол урамындағы сиркәүҙе һәм «Әр-Рәхим» мәсетен  төҙөп бөтөү өсөн инвесторҙар эҙләү мәсьәләһе менән шөғөлләнә башланы. Шундай уҡ объекттар Сипайловола ла (төҙөлөшө туҡтатылған сиркәү), ҡаланың тарихи өлөшөндә лә (үҙенең тарихи йөҙөн юғалтҡан Хәким мәсете) бар. Уларҙы тергеҙеү, рәтләү өсөн тейешле инвестициялар кәрәк. Шуға ла махсус фонд булдырылды. Сергей Алексеевич республикала, Рәсәйҙә сиркәүҙәр төҙөү һәм тергеҙеү өлкәһендә  ҙур тәжрибә туплаған кеше,  -  тине Ирек Ялалов.

Сергей Веремеенко, үҙ сиратында: «Фонд, тарихи мираҫты һаҡлап алып ҡалыу өлкәһендә күп яҡлы эш алып барырға ниәтләнә. Ул биналар һәм ҡоролмалар тергеҙеү буйынса ғына түгел, күргәҙмәләр үткәреү, йәштәр менән эшләү, йәштәрҙең ҡала тарихына ҡыҙыҡһыныуын арттырыу йәһәтенән дә төрлө саралар ойошторасаҡ», - тип белдерҙе.

Мәҙәни мираҫ һәм архитектура ҡомартҡыларын һаҡлап алып ҡалыу буйынса ижтимағи совет Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы ҡарары менән 2012 йылдың сентябрендә булдырылғайны.  Советтың маҡсаты – мәҙәни мираҫты һәм архитектура ҡомартҡыларын һаҡлау өлкәһендә закондарҙы бойомға ашырыу йәһәтенән тарих һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең, власть органдарының һәм йәмәғәт ойошмаларының  тырышлыҡтарын берләштереү .

Совет ағзаларының күбеһе йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, тарихсылар, крайҙы өйрәнеүселәр, архитекторҙар, сәнғәт эшмәкәрҙәре. 

 





(votes: 2, rating: 5)