Меню

Фильтр

Район

Сфера

Тип

Көн фильтр

дү ши ша ке йо шә йә
25 26 27 28 29 30 1
2 3 4 5 6 7 8
9 10 11 12 13 14 15
16 17 18 19 20 21 22
23 24 25 26 27 28 29
30 31 1 2 3 4 5

Ҡала хакимиәтендә Иса Исаевты Рәсәй чемпионы титулы менән тәбрикләнеләр

Date: 03.10.2017
Author: БР Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы - матбуғат хеҙмәте
Show count:  97

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Өфөнөң 14–се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Иса Исаевты дзюдо буйынса Рәсәй чемпионатында еңеүе менән ҡотланы.

Чемпионат 16 сентябрҙән 19 сентябргә тиклем Нальчик ҡалаһында уҙғарылғайны. Финалда Иса Исаев Ставрополь крайынан Арам Григорян менән алышты.

- Йәш спортсыны һәм уның тренеры Олег Назаровты мәртәбәле еңеүҙәре  менән ихлас ҡотлайым һәм уларға яңынан-яңы уңыштар теләйем! – тине Ирек Ялалов.

Иса Исаев – дзюдо буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, спорт мәктәбенең, ҡала һәм республиканың ғорурлығы. 

 





(no votes)