Меню

Фильтр

Район

Сфера

Тип

Көн фильтр

дү ши ша ке йо шә йә
25 26 27 28 29 30 1
2 3 4 5 6 7 8
9 10 11 12 13 14 15
16 17 18 19 20 21 22
23 24 25 26 27 28 29
30 31 1 2 3 4 5

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты эксперттары билдәләүенсә, Өфөлә юлдар яҡшырған

Date: 03.10.2017
Author: БР Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы - матбуғат хеҙмәте
Show count:  91

«Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты юл инспекцияһы/насар юлдар картаһы” проектында ҡатнашыусылар Рәсәй юлдарының сифатын күрһәткән рейтингты яңыртҡан. http://dorogirussia.ru/rating/ проекты рәсми сайты хәбәр итеүенсә, 2015 йылда булдырылған тәүге рейтингтан һуң Өфө 65 пунктҡа күтәрелгән. Әйтәйек, 2015 йылда Башҡортостандың башҡалаһы  дөйөм рейтингта 79-сы урында килһә, быйыл ул 14–се урында. Ә инде Волга буйы федераль округы ҡалалары араһында Өфө өсөнсө урында.

-Рейдта ҡатнашыусылар быға тиклем тикшерелгән юлдарҙың, шулай уҡ урындағы халыҡ тарафынан “Насар юлдар картаһы”на өҫтәлгән участкаларҙың хәл торошон анализлаған. Эксперттар, беренсе нәүбәттә, урындағы властарҙың юлдарҙы ҡарап тотоуы буйынса тырышлығын баһалаған, граждандарҙың ниндәй юлдарҙы тәү сиратта ремонтларға кәрәк икәнлеге тураһындағы фекеренә чиновниктар иғтибарлымы, юҡмы икәнлеген асыҡлаған, - тиелә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты проектының рәсми сайтында.

Юлдарҙың сифатын баһалағанда соҡор, колея, асфальттың өҫкө ҡатламы сатнауы кеүек етешһеҙлектәр билдәләнгән, люктар, яуын канализациялары рәшәткәләре торошо тикшерелгән. Ә инде гарантияһы булған юл баһаланғанда, уның ҡасан ремонтланғаны иҫәпкә алынған.

2017-2018 йылдарҙа Өфөлә дөйөм оҙонлоғо 139 км тәшкил иткән 72 урамға ремонт үткәрергә, юл-транспорт фажиғәләре йыш ҡабатланған 41 урынды тәртипкә килтерергә планлаштырылған. Өҫтөнлөклө федераль проект программаһы буйынса ремонт планына шулай уҡ йәмәғәтселәр тарафынан  “Насар юлдар” картаһы сайтына өҫтәлгән участкалар индерелгән.

Әйткәндәй, “Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты юл инспекцияһы/насар юлдар картаһы” Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты проекты, төбәктәрҙә граждандарҙың юл сәйәсәтен формалаштырыуҙа, юлдарҙың сифатын яҡшыртыуҙа ҡатнашыуына йүнәлтелгән. Проекттың төп бурысы – юлдарҙы граждандарҙың фекерен иҫәпкә алып, ремонтлау, авария осраҡтарына килтергән юл кәмселектәрен бөтөрөү.

 

 





(votes: 1, rating: 5)