Меню

Фильтр

Район

Сфера

Тип

Көн фильтр

дү ши ша ке йо шә йә
27 28 29 30 1 2 3
4 5 6 7 8 9 10
11 12 13 14 15 16 17
18 19 20 21 22 23 24
25 26 27 28 29 30 31

7 һәм 8 октябрҙә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк

Date: 04.10.2017
Author: БР Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы - матбуғат хеҙмәте
Show count:  105

Ял көндәре, 7 һәм 8 октябрҙә, Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үткәрелә. Йәрминкәләр ҡаланың бөтә райондарында ла ойошторола: 7 октябрҙә Дим (Магнит гипермаркеты алдында, Дагестанская урамы, 2), Ленин (Солтанов урамында 2-се йорт эргәһендәге майҙансыҡта һәм Әхмәтов урамында “Волна” скверы алдында), Октябрь (Спорт һарайы алдындағы майҙанда, Р.Зорге урамы, 41-се йорт; Рыльский урамындағы аллеяла, Ю.Гагарин урамының 33-сө йортонан алып Рыльский урамының 14-се йортона тиклемге участкала) һәм Совет (Йәштәр һарайы алдындағы майҙансыҡта, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 21) райондарында, 7 һәм 8 октябрҙә Калинин (Мушников һәм Баландин урамдары киҫелешендә, Мушников урамы, 11 һәм Интернациональная урамында), Киров (Рабкоров урамы, 3, 5, 7), Орджоникидзе (С.Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Беренсе май урамы, 14) райондарында.

Йәрминкәлә ауыл халҡы өфөләргә емеш-еләк, йәшелсә, бал һәм башҡа продукция тәҡдим итә.

Әйткәндәй, республиканың баш ҡалаһында ауыл хужалығы йәрминкәләре йыл әйләнәһенә тиерлек ойошторола. Улар урындағы тауар етештереүселәргә ярҙам күрһәтеүҙә һәм ҡала халҡын сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай.

Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын йәрминкәләргә саҡырабыҙ!





(votes: 1, rating: 5)