Меню

Фильтр

Район

Сфера

Тип

Көн фильтр

дү ши ша ке йо шә йә
25 26 27 28 29 30 1
2 3 4 5 6 7 8
9 10 11 12 13 14 15
16 17 18 19 20 21 22
23 24 25 26 27 28 29
30 31 1 2 3 4 5

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша күпер юлына капиталь ремонт үткәрелә

Date: 06.10.2017
Author: БР Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы - матбуғат хеҙмәте
Show count:  96

Өфө - Аэропорт юлында Салауат Юлаев проспектынан алып Өфөнөң Киров районында “Урал” М-5 трассаһына тиклемге арауыҡ капиталь рәүештә ремонтлана. 

Әлеге мәлдә Ағиҙел йылғаһы аша яңы автомобиль юлы күперендә ҡаланан сыҡҡан урында асфальт түшәлә. Көн торошо яҡшы булғанда эштәр кис һәм төнөн дә дауам итә.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте рәсми сайтында һәм муниципалитеттың социаль селтәрҙәрҙәге рәсми төркөмдәрендә ремонт эштәре хаҡында мәғлүмәт даими бирелеп барасаҡ.

Юл хеҙмәткәрҙәре автомобилселәрҙән ремонт эштәре үткәрелеү айҡанлы килеп сыҡҡан ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә һәм юл күрһәткестәре талаптарына иғтибарлы булырға өндәй.

 





(votes: 2, rating: 5)